

Өфөлә электр транспортын яңыртыу дауам итә. Ошо арала ҡала маршруттарына биш яңы троллейбус сығасаҡ.
"Был Рәсәй-Белоруссия араһында уңышлы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе. МАЗ 2019 йылда Өфө трамвай-троллейбус заводының стратегик партнеры булды. Һәм шуның арҡаһында сифатлы техника сығарыу мөмкинлеге арта», – тине Өфө мэры Ратмир Мәүлиев бөгөн яңы тролейбусты һынап ҡарап.
Һуңғы биш йылда Өфө ошондай 50-гә яҡын троллейбус һатып алған. Ратмир Мәүлиев техника паркын тулыһынса яңыртыу бурысы тора тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.