Элвин Грей булараҡ билдәле Радик Юлъяҡшин яңы йыл аҙнаһын ғәҙәти булмағанса үткәргән. Ул ваҡытлыса һөнәрен үҙгәртә һәм үҙен авария комиссары ролендә һынап ҡарай. Эш көнөнән алған тәьҫораттары менән артист социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты.
- Май айында авария комиссарҙары миңә ярҙам итте. Шуға күрә мин бер көн булһа ла улар кеүек булып ҡарарға теләнем, - ти йырсы.
Махсус форма кейеп, Элвин тәжрибәле коллега-остазы менән бергә беренсе миссияға юллана. Уларға оло юлда бәләгә тарыған водителдән шылтыратыу килә, уның автомобиле ҡапыл трасса уртаһында һүнә.
Артист авария комиссарҙарының эше еңел булмауын билдәләй. Һауа торошона һәм тәүлектең ваҡытына ҡарамай, улар ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙер.
- Бында үҙ һөнәрҙәрен яратҡан, намыҫлы, ысын профессионалдар ғына эшләй, - тип яҙа Элвин Грей.