

Грипп- вируслы йоғошло сир. Ул бигерәк тә бәләкәй балалар, йөклө ҡатындар, оло йәштәгеләр һәм хроник сирлеләр өсөн хәүефле.
Гриппты ОРВИ-нан нисек айырырға?
Киҙеүҙең төп билдәһе - ул ҡапыл һәм киҫкен башлана:
Температура 38°C-тан юғары.
Хәлһеҙлек, мускулдар һәм быуындар һыҙлай.
Баштың ныҡ ауыртыуы.
Тымау .
Быйылғы грипп йыш ҡына күңел болғаныу һәм ҡоҫоуҙан башлана.
Тәүге билдәләр булыу менән медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ:
Тик табип ҡына дөрөҫ дауалау тәғәйенләй ала. Грипп өҙлөгөүҙәр (пневмония) менән хәүефле, ә балаларҙа бер нисә сәғәт эсендә нервы системаһы зарарланыуы ихтимал.
Вирусҡа ҡаршы терапия. Тәүге 48 сәғәттә максималь һөҙөмтәле. Препараттар (осельтамивир, умифеновир һ.б.) табип тәғәйенләнеүе буйынса ҡабул ителә.
Симптомлы дауалау. 38,5°с — тән юғары температурала парацетамол йәки ибупрофен.
Аспирин (ацетилсалицил кислотаһы) тыйыла — ул ҡан шыйығайтыу хәүефен арттыра
Антибиотиктар ҡулланмағыҙ (улар вирустарға тәьҫир итмәй!).
Күберәк йылы шыйыҡса (морс, һыу) эсегеҙ, йышыраҡ бүлмәне елләтегеҙ һәм һауаны дымландырығыҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!