Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар , 15:00

2026 йыл ҡыуандырмаҡсы.

Пенсия һәм пособиелар артасаҡ

2026 йыл ҡыуандырмаҡсы.
2026 йыл ҡыуандырмаҡсы.

2026 йылдың 1 ғинуарынан республикала страховка пенсиялары 7,6 процентҡа индексацияланды. Үҙгәреш ҡартлыҡ, инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсияларға ҡағыла. Ҡартлыҡ буйынса пенсия уртаса 26127 һумға тиклем арта.

Яңы йылдан балаларға берҙәм пособие күберәк түләнәсәк — йәшәү минимумы күтәрелеүе арҡаһында түләм артты. Түләүҙең максималь күләме хәҙер 16350 һум тәшкил итә.

1 февралдән инвалидтар һәм ветерандар, әсәлек буйынса пособиелар, бала тыуғанда түләүҙәр, әсәлек капиталы һәм 1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса пособиелар индексацияланыуы көтөлә.

Башҡортостанда йәшәү минимумы 2026 йылдың 1 ғинуарынан 6,8% артҡан һәм бер кешегә 16856 һум тәшкил итә.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас