Республиканың урман фонды биләмәһе 5,7 миллион гектар тәшкил итә.
2025 йылдың яҡынса йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү буйынса эштәр 13,5 мең гектарҙы биләгән. Был ҡырҡылған ағастарҙың майҙанына тап килә. Уларҙан 5 мең гектарҙан ашыу урман культуралары яһалма рәүештә булдырылған, йәғни пландың 100 проценты. Ғәҙәттәгесә, урман тергеҙеүҙең иң ҙур күләмдәре республиканың урман әҙерләү әүҙем алып барылған райондарында үткәрелгән. Был Учалы, Нуриман, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары. Был эштәр, шулай уҡ урманды янғындан, рөхсәтһеҙ урман ҡырҡыусыларҙан һаҡлау һәм заманса технологияларҙы ҡулланыу тураһында «Интервью. Йыл йомғаҡтары» программаһында РБК каналына БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һөйләне.
“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә ойошторолған “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы йылдан-йыл күберәк кеше йәлеп итә. Мәҫәлән, көҙгө ағас ултыртыу саралары битараф булмаған халыҡты, мәктәп урмансылыҡтары ағзаларын, ирекмәндәрҙе, төрлө йылдарҙағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, эре компаниялар коллективтарын һәм башҡа ҡатнашыусыларҙы берләштереп, киң хуплау тапты. Көстәрҙе күпләп туплау арҡаһында төбәк федераль кимәлдә иң әүҙем тип таныла.
Быйыл акция республикала дәүләт урман фонды һәм дөйөм майҙаны яҡынса 158 гектар булған тораҡ пункттар биләмәһендә 72 урында уҙғарылған. Һөҙөмтәлә 21 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында 500 меңдән ашыу ағас ултыртылған.
«Экологик именлек» милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) урмандарҙы Һаҡлау федераль проектының төп сараларының береһе булып урман орлоҡсолоғо объекттарын һәм питомник хужалыҡтарын булдырыу һәм модернизациялау тора.Был аҙым үҫтерелгән ултыртыу материалдары күләмен һәм урманды тергеҙеү эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итә. 2026 йылда Башҡортостанда һыу һибеү рампаларын һәм күләгәләү системаларын индереп, алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса теплица комплексын төҙөй башлау күҙаллана.
Быйыл ошо маҡсатҡа 58 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, уларҙы финанслау федераль бюджет средстволары иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ. Яңы комплекс йыл һайын 1,2 миллионға тиклем ябыҡ тамыр системаһы булған үҫентеләр үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк, был төбәктең урман тергеҙеү потенциалын нығытасаҡ һәм урман хужалығының тотороҡло үҫешен тәьмин итәсәк.
2026 йылда Башҡортостанда дәүләт урман фонды биләмәһендә «Урман һағы» видеомониторинг системалары селтәрен ярайһы уҡ киңәйтеү планлаштырыла. Был урмандарҙы янғындарҙан һаҡлауҙы көсәйтергә мөмкинлек бирәсәк һәм ул «Экологик именлек» милли проекты маҡсаттарына тап килә.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, урмандарға контролде көсәйтеү өсөн федераль үҙәк ярҙамында «Урман һағы» системаһындағы 22 камераға тағы 35-40 өҫтәү планлаштырыла.
Башҡортостанда 2025 йыл башынан 76 гектар майҙанда 20 урман янғыны теркәлгән – был 3 372 гектар майҙанда ҡаралған максимумдан 44 тапҡырға кәмерәк.
Бөтә янғындар тәүлек эсендә һүндерелгән. Бындай оперативлыҡҡа янғын хәүефен контролдә тотоу буйынса көсәйтелгән эш, заманса техника индереү һәм даими иҫкәртеү саралары арҡаһында өлгәшелә. Атап әйткәндә, быйыл “Урман һаҡсыһы” системаһының 22 камераһы ярҙамында урман зоналарының видеомониторингы сифаты яҡшырған.
“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты республиканың урман янғын һүндереү формированиеларының мөмкинлектәрен киңәйтергә ярҙам иткән. «Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты сиктәрендә урмандарҙың торошон өҙлөкһөҙ контролдә тотоу өсөн 18 “Геоскан 801” пилотһыҙ аппарат комплексын тәьмин итә. 2026 йылға урмандарҙа тағы ла 35-40 камера ҡуйыу планлаштырыла .