

- Бөгөн илебеҙ Президенты Владимир Путин да, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та халҡыбыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса алдыбыҙҙа ҙур бурыстар ҡуя. Граждандарыбыҙ һәр ерҙә һәм һәр ваҡыт, урамдарҙа, йәмәғәт урындарында ниҙәр булыуға ҡарамаҫтан, үҙҙәрен хәүефһеҙлектә тойорға тейеш, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов. - Янғын хәүефһеҙлеге буйынса күрһәткестәргә килгәндә, һуңғы биш йылды алғанда, 2020 йылда яҡынса 11 мең янғын теркәлһә, әлеге ваҡытта янғындар һаны 7,5 меңгә тиклем кәметелгән. 2020 йылда янғындарҙа 286 кеше һәләк булһа, 2025 йылда был күрһәткесте кәметеүгә өлгәшһәк тә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыбер 189 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән 12 баланың.
Һыуҙағы фажиғәләр буйынса ла ыңғай динамикаға өлгәшелде (9 процентҡа). Янғындарҙа ҡотҡарылғандар һаны һиҙелерлек арта - 18 процентҡа, ә һыу объекттарында ҡотҡарылғандар һаны 3 процентҡа артҡан.
- Беҙ һәр ваҡыт янғындарҙа, йылға-күлдәрҙә күпме кешенең һәләк булыуы хаҡында ғына һөйләйбеҙ, әммә бер ҡасан да күпме кешенең ғүмере ҡотҡарылыуы тураһында әйтмәйбеҙ. Ә бит янғындарҙа мең ярым тирәһе кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала алдыҡ. Уларҙың 500-гә яҡыны - балалар. Быларҙың барыһы ла БР хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы, шулай уҡ халыҡ араһында ҙур иҫкәртеү эштәрен алып барыу һөҙөмтәһе. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белгән, алдан иҫкәртелгән кеше төрлө хәлдәрҙә нисек эш итергә кәрәклеген белә. 2025 йыл аҙағына яҡшы күрһәткестәр менән килдек, тип иҫәпләйем, - тип билдәләне Ирек Сәғитов. - Беҙ күп йүнәлештәр буйынса Волга буйы федераль округында ла, Рәсәй Федерацияһында ла алдынғылар рәтендә.
Һуңғы биш йылда республикала алты янғын һүндереү депоһы, һигеҙ янғын һүндереү часы төҙөлә. 100-ҙән ашыу берәмек техника һатып алына. Башҡортостан - бушлай янғын хаҡында иҫкәртеүсе приборҙар биреү буйынса илдә лидер. Республика бюджеты иҫәбенә төбәк халҡының йорттарына 700 меңдән ашыу прибор ҡуйылған.
- Был күрһәткес менән Волга буйы федераль округында ла, Рәсәй Федерацияһында ла бер субъект та беҙҙең менән сағыштырырлыҡ түгел. Һәр мини-сирена - ул ҡотҡарылған ғүмер. Мини-сиреналарҙы беҙ бала тыуғанда, шулай уҡ граждандарҙың 16 категорияһына бушлай бирәбеҙ, улар араһында - күп балалы ғаиләләр, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында ҡатнашыусылар, оло йәштәгеләр. Радий Фәрит улының ҡушыуы буйынса икенсе йыл рәттән GSM-модуле менән хәбәр итеүсе ҡулайламалар ҡуйыу өҫтөндә эшләйбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары.
Фото: БЮТ, скриншот.