Ул тәүҙә интернетта иғландарҙы ҡараған, әммә тейешле вариант тапмаған. Ә бер аҙҙан популяр мессенджерҙарҙың береһендә волокитаһыҙ, рәсми килешеү нигеҙендә, Европанан машиналар килтерергә вәғәҙәләгән “белгестәрҙең” иғланына юлыға. Ир күрһәтелгән телефон буйынса “менеджер” менән бәйләнешкә ингәс, уға бер нисә “Тойота Рав 4” машинаһын тәҡдим итәләр. Пенсионер шулар араһынан үҙенә оҡшағанын һайлап ала.
Тиҙҙән иргә “һатыусының вәкиле” шылтырата һәм машинаның таможняны уңышлы үтеүе, һатыу-һатып алыу килешеүен тамамлау өсөн автомобиль хужаһына 1 миллион 210 мең һум күсереү кәрәклеге тураһында белдерә. Ир был талапты үтәй. “Белгестәр” “Тойота”ның Рәсәйҙә булыуын, “ошо арала” килтереләсәген хәбәр итеп, пенсионерҙы ҡыуандыра һәм... эҙһеҙ юғала. Машинаны көтөп ала алмаған яҡташыбыҙ, үкенескә, үҙенең алданғанлығын бик һуң аңлай.
Уның хатаһын ҡабатламаҫ өсөн Рәсәй Киберполицияһы кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ.
Рәсми һатыусыларҙан ғына һатып алығыҙ
Муттар йыш ҡына мессенджерҙарҙа, мәҫәлән, контекстлы рекламала сит илдән автомобилдәр һатыу тураһында иғлан бирә. Әммә бындай иғландар ғына һатыусының ышаныслы булыуын гарантияламай.
Компаниянан, һатыусынан ойоштороу документтарының күсермәләрен һорағыҙ:
- шәхси эшҡыуар өсөн ОГРНИП;
- юридик шәхес өсөн теркәлеү һәм эшмәкәрлек тураһында мәғлүмәт.
Мәғлүмәттәрҙе Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында, асыҡ дәүләт реестрында тикшерергә мөмкин.
Әгәр һатыусының банкротлыҡ, суд процестары йәки бурыстары тураһында мәғлүмәттәр булһа, килешеүҙән баш тартығыҙ.
Социаль селтәрҙәрҙә, тауарҙар һәм хеҙмәттәр тәҡдим иткән порталдарҙа (торлаҡ, машиналар, ремонт һ.б.) һатыусы тураһында баһаламаларҙы уҡығыҙ.
Түбән хаҡҡа ышанмағыҙ
Сит илдән заказ буйынса килтерелгән автомобилдәр ғәҙәттә эске баҙарҙа һатылғандарҙан 20-25% ҡиммәтерәк. Әгәр арзаныраҡ вариант тәҡдим итәләр икән, тимәк һатыусы таможняла һоро схемаларҙы ҡуллана: мәҫәлән, утиль йыйымды дөрөҫ рәсмиләштермәйҙәр йәки законһыҙ рәүештә льготаларҙы файҙаланалар. Таможняла ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланғас, һатып алыусыға ҙур суммаларҙы түләргә тура киләсәк. Әгәр хаҡтар шик тыуҙырһа, уны таможня калькуляторында ҡабаттан тикшерегеҙ.
Бөтә рәсми!
Һатыусы менән тик рәсми сайттар һәм бизнес-аккаунтҡа бәйле мессенджерҙар аша ғына бәйләнешкә инегеҙ. Ысын импортёр машинаны видеоэлемтә аша күрһәтеп, бөтә һорауҙарға яуап бирә, транспортты килтереүҙең аныҡ ваҡытын билдәләй.
Нимә шик тыуҙырырға тейеш?
Һатыусы аныҡ ҡына датаны әйтмәй, “бер нисә аҙнанан килтерербеҙ” тип кенә белдерә.
Һеҙҙе һатып алырға ашыҡтыралар, йәнәһе лә, “аҙаҡ ҡиммәтерәк буласаҡ”.
Рәсми ресурста түгел, ә мессенджерҙа шәхси чатта аралашырға тәҡдим итәләр.
Автомобилде килешеүһеҙ һатып алмағыҙ
Килешеүҙе рәсми рәүештә төҙөгөҙ. Юрист ҡатнашлығында булһа, бигерәк тә яҡшы. Аҡсаны килешеүҙә күрһәтелгән банк реквизиттары буйынса ғына күсерегеҙ. Сит иҫәптәр йәки телефон номеры буйынса түләмәгеҙ.
Аҡсаны өлөшләтә түләү хәүефһеҙерәк (мәҫәлән, ташыуҙың видео менән раҫланған һәр этабынан һуң өлөшләтә күсереү).
Криптовалюта менән түләүгә ризалашмағыҙ - уны йыш ҡына мутлашыусылар ҡуллана.
Шәхси мәғлүмәттәрҙе атамағыҙ
СМС-кодтарҙы, банк карталары мәғлүмәттәрен, реквизиттарын муттар ғына һорай. Уларҙы әйтмәгеҙ һәм таныш булмаған кешеләр ебәргән һылтанмаларға ла баҫмағыҙ - фишинг сайттарға эләгеүегеҙ бар.
Был кәңәштәрҙе үтәү хәүефтәрҙе тулыһынса бөтөрмәй, әммә сит илдән автомобиль һатып алғанда мутлашыуға дусар булыу ихтималлығын һиҙелерлек кәметә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.