Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар , 15:10

Өс трактор боҙ аҫтына киткән

Уларҙы һаман сығара алмайҙар...  

Өс трактор боҙ аҫтына киткән
Өс трактор боҙ аҫтына киткән

5 ғинуар көнө Әбйәлил районының Мартыши күлендә бер-бер артлы өс трактор боҙ аҫтына китә. Тракторҙар дрифтинг (спорт ярышы) үткәреү өсөн боҙҙо ҡарҙан таҙартырға тейеш була. Тәүге трактор күлгә төшөү менән боҙ емерелә. Уға ярҙамға килгән киләһе техникалар ҙа бәләгә тарый - боҙ аҫтына китә. Бәхеткә күрә тракторсылар зыян күрмәй, әммә техникаларҙы өсөнсө көн инде сығара алымайҙар.

Ауыл халҡы әйтеүенсә, спорт ярышы бында йыл һайын ойошторола. Тик быйыл боҙ йоҡа булған.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас