Ул Чечня һуғышында һәләк булған, ике тапҡыр «Батырлыҡ» ордены кавалеры Илмир Рауил улы Мөхәмәтйәновтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Әйтергә кәрәк, был турнир йыл һайын ойошторола. Матур йоланы ауыл халҡы һәм Илмирҙың туғандары дауам итә.
Быйыл ярышта Иҙәш, Юнай, Элмәле һәм Байыш ауылдары командалары йыйылып, мәктәп спорт залында көс һынашты. Спортсылар өсөн һауа торошоноң бер аҙ көйһөҙләнеп алыуы ла ҡамасау булманы.