Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар , 16:24

Иғтибарға лайыҡ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Интервью" тапшырыуына саҡырылған Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ЗАГС, бушлай юридик ярҙам хаҡында ла һөйләп үтте.

Иғтибарға лайыҡ
Иғтибарға лайыҡ

ЗАГС органдары кураторы булараҡ, Ирек Сәғитов ЗАГС органдарының эше күп яҡлы булыуын билдәләне.

- Республикала 74 ЗАГС органы бар, уларҙа 245 юғары квалификациялы белгес эшләй, - тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, - уларҙың күбеһе 15 йылдан ашыу ЗАГС-да эшләй. Хәҙер ата-әсәләр яңы тыуған сабыйҙарына таныҡлыҡты "Дәүләт хеҙмәттәре" аша онлайн юллай ала. Был өлкәлә республика алдынғы, күрһәткес - 72 процент, ә Рәсәй буйынса - 33 процент. Ғаиләләге татыулыҡ, ғаилә ҡиммәттәре, традициялары буйынса ҙур күләмле эш алып барыла.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары шулай уҡ Башҡортостан халҡы өсөн бушлай юридик ярҙамды ла телгә алды:

- Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында ойошторолған бушлай юридик ярҙамға мөрәжәғәттәр бик күп. Йылына яҡынса биш меңгә яҡын кеше бушлай юридик ярҙам ала, шул иҫәптән МХО-ла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре. 2025 йылда, мәҫәлән, биш меңдең ике мең ете йөҙө - МХО-ла ҡатнашыусылар, уларҙы ғаиләләре. Республикала туғыҙ белгес биш вәкиллектә - Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Мәсәғүттә һәм Өфөлә бушлай юридик ярҙам күрһәтә. Йыл һайын граждандар категориялары исемлеге һәм бушлай юридик ярҙамға ихтыяж арта, был төбәктә вәкиллектәр һанын арттырыу кәрәклеген күрһәтә. 2026 йылдың 1 ғинуарынан Өфөлә, Бөрөлә һәм Белоретта ла вәкиллектәр эшләй башланы.

Фото: скриншот.

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас