Махсус хәрби операция башланғандан алып Башҡортостан гуманитар конвойҙар ебәрә башлай. Ирек Сәғитов һүҙҙәренсә, МХО зонаһына 19 мең тонна самаһы йөк ебәрелгән.
- Хәрби частар, бригадалар, полктар командирҙарының ғаризаларына ярашлы, егеттәргә һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Был процеста бөтә республика йәлеп ителгән: хөкүмәт тә, район хакимиәттәре лә, ойошмалар ҙа, предприятиелар ҙа, вайымһыҙ булмаған граждандарыбыҙ ҙа, ирекмәндәребеҙ ҙә. Иң мөһиме, ир-егеттәр бер нәмәгә лә мохтаж булмаһын. Оҙаҡ көткән еңеү тиҙерәк килһен өсөн ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Ирек Сәғитов БЮТ биргән интервьюһында.
Фото: скриншот.