Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар , 15:49

Беҙҙең дөйөм маҡсат - хәүефһеҙлек!

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса системалы эш алып барыла, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында.

Беҙҙең дөйөм маҡсат - хәүефһеҙлек!
Беҙҙең дөйөм маҡсат - хәүефһеҙлек!

Айырым иғтибар иҫкәртеүгә, матди-техник базаны яңыртыуға һәм реакция көстәрен комплекслы үҫтереүгә йүнәлтелә. Һауа торошоноң "сюрприздарына" һәм тәбиғәт күренештәренә 11 мең кешенән торған көстәр төркөмө һәм 300-ҙән ашыу техника берәмеге әҙер.

- Бөтә көсөбөҙ һәм сараларыбыҙ һәр ваҡыт әҙер, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирек Сәғитов. - Транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы линияһы аша ла. Һәм, әлбиттә, беҙҙең төп көстәребеҙ - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. Кәрәк булғанда беҙ тиҙ арала эш итәбеҙ: трассаларҙағы кешеләр туңып китмәһен өсөн, йылытыу менән туҡланыу пункттарын асабыҙ. Беҙҙең белгестәр өйрәтелгән һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Бының өсөн ҡаргиҙәрҙәр ҙә, һаҙлыҡта йөрөүсе машиналар ҙа, башҡа махсус машиналар ҙа бар. Бер субъект та Ка-32 авария-ҡотҡарыу вертолеты булыуы менән маҡтана алмай.

2025 йылдан һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү программаһы тормошҡа ашырыла. Уның төп йүнәлештәренең береһе - халыҡ өсөн яңы хәүефһеҙ ял итеү урындарын булдырыу, был 2030 йылға уларҙың һанын 1377 урынға тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

- 2020-2021 йылдарҙа һыуҙа һәләк булғандар бик күп булды. Республика Башлығы указына ярашлы, БР территорияһында 200-гә яҡын пляж асырға кәрәк ине. Бөгөнгө көнгә был бурыс үтәлгән. Беҙ йыһазландырылған 202 пляж астыҡ. Ни өсөн? Халыҡ ял итһен, йыһазландырылған пляждарҙа һыу инһен өсөн. Һыуҙа һәм пляждарҙа даими рәүештә иҫкәртеү төркөмдәре эшләй, уларҙың составында республика власть органдары һәм муниципалитет вәкилдәре лә бар. Беҙҙең дөйөм маҡсат - хәүефһеҙлек, - тип белдерҙе  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.

Фото: скриншот.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас