- Беҙҙең бурыс - бөтөн донъяны нацистарҙан ҡотҡарған ата-бабаларыбыҙ батырлығы тураһында иҫтәлекте һаҡлау һәм башҡаларға фашистарҙың яуызлыҡтары, совет халҡының батырлығы тураһында дөрөҫлөктө оноторға ирек бирмәү," - ти Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин. Уның әйтеүенсә, 2025 йылда тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм яҡлау, бөгөнгө көндә йәшәүселәрҙең батырлығын мәңгеләштереү буйынса һигеҙ федераль закон ҡабул ителгән. Ул шулай уҡ, СССР-ҙың 13 миллиондан артыҡ халҡының немец-фашист оккупацияһы ҡорбандары булыуын да билдәләне.