

Милли йәштәр театры актеры Шәһитулла Хамматовтың 1 ғинуарҙа тыуған көнө булған.
"Тормош китабымдың 39-сы битен асам. Рәхмәтлемен атайыма, әсәйемә", - тип яҙа ул социаль селтәрендә.
-Шәһит ауырлыҡ менән тыуҙы, тыуғас та иламаны ла. Акушерка, үлгән тип, дежур табипты саҡыртты. “Бала үле тыуҙы” тип ҡағыҙға яҙып, ҡул ҡуйҙырҙылар. Унда балалар табибы ла бар ине. Һиҙҙеме икән, баланы ҡулында алып йөрөнө, арҡаһына горчичник һалды, өҫтәлгә һалып, аяҡ-ҡулын, кәүҙәһен ыуҙы. Шул саҡ ул “сый” итеп ҡалды. “О, живой!” тип һөрәнләне. Шул, теге донъяға барып ҡайтҡан малай ул, – ти һөйләй актерҙың әсәһе.
Сығанаҡ: Башҡортостан