

Тормошома кемдәр килгән,
Кемдәр инглизсә киткән,
Бөтә булған хәл, үткәнгә,
Иртәгәне көткәнгә.
Ышанысҡа үҙ -үҙемә,
Рәхмәт әйтәм барыһына;
Томра йәйге көндәр өсөн,
Саф ямғырҙың тамсыһына;
Хыялдар тормошҡа һәр саҡ
Торғаны өсөн ашып,
Дәрт -дарманым һүнмәйенсә
Торғаны өсөн ташып.
Бөтә түккән хеҙмәтемдең
Хөрмәтен күргән өсөн,
Үткән йылым, миңә гел дә
Яғымлы булған өсөн;
Һинең арттан ишек ябып,
Яңыһын ҡаршы алам,
Бәхет, шатлыҡ килтерер тип
Уға ышанып ҡалам.
Сәләмәтлек, тоғро дуҫтар
Һәм уңыш бар өлкәлә.
Барыһы ла яҡшы булыр
Өс йөҙҙән ашыу көндә лә.!
Нутфуллина Рәйлә