Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Января , 07:50

Күп ҡарҙы күтәрә алмаған

Бөгөн иртән Өфөнөң Муса Гәрәев урамында келәт бинаһының ваҡытлыса металл каркас конструкцияһы емерелә. Сәбәбе – ҡыйыҡта йыйылған ҡар.

Күп ҡарҙы күтәрә алмағанКүп ҡарҙы күтәрә алмаған
Күп ҡарҙы күтәрә алмаған

 Төҙөлөш материалдары һаҡланған ангарҙың майҙаны 30 × 160 метр тәшкил итә. Һәләкәт ваҡытында келәт буш була, шуға күрә һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.

 Урында 17 кеше һәм 7 берәмек техника эшләй, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре. Был хәлде  ашығыс хеҙмәттәр контролдә тота.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас