

"Мин арбалған сер" исемле баҫмаға Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Һәҙиә" романы, популяр хикәйәләре, һәм яугир-яҙыусы, МХО-ла батырсарса һәләк булған Сабит Фазлыев иҫтәлегенә арналған очеркы ингән.
Күренекле балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның "Көн мөғжизәнән башлана" йыйынтығына төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, шиғри әкиәттәре тупланған. Баҫманы Майя Ҡәйүмова һүрәттәре биҙәй.