Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар , 11:00

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ!

Күңелле ялдарҙа күңелһеҙ ваҡиғалар булмаһын. Тау шыуғанда иғтибарлы булығыҙ, айырыуса балаларға аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк.  

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ!Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ!
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ!

Йыһазландырылмаған битләүҙә, шулай уҡ тимер юлы һәм автомобиль трассаһы эргәһендә тау шыуырға ярамай.

Шыуып төшөр алдынан юлдың буш булыуын һәм аҫта кеше юҡлығын тикшерегеҙ.

Юлығыҙҙа санаға, тюбингҡа һәм саңғыға зыян килтерерҙәй соҡорҙарҙың, ҡалҡыулыҡтарҙың, таш һәм ботаҡтарҙың юҡлығын тикшерегеҙ.

Тюбингта шыуһағыҙ, махсус ҡайышҡа тотоноғоҙ. Тюбингта һәм санала ултырып ҡына шыуырға кәрәк.

Шыуып төшкәс, мөмкин тиклем тиҙерәк трассанан ситкә китегеҙ.

Тауҙан шыуған ваҡытта нимә эшләргә ярамай?

1. Бәләкәй балаларға өлкәндәрһеҙ шыуырға.

2. Аяҡ өҫтө баҫырға йәки һикерергә.

3. Боҙ юлы аша сығырға. Тауҙан баш менән алға табан шыуырға. Санаға йәки тюбингка бер нисә кешегә бергә ултырырға.

4. Саналарҙы һәм «ватрушка»ларҙы паровоз итеп бер-береһенә беркетергә – был осраҡта ҡоларға мөмкин.

5. Сана, тюбингтарҙы транспорт сараһына - ҡаргиҙәргә һәм автомобилгә, хатта ат санаһына ла бәйләргә.

6. Иҫерек килеш шыуырға.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас