Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар , 15:25

Эш эҙләүселәргә уңайлы буласаҡ

Башҡортостанда тағы бер яңы кадрҙар үҙәге эшләй башланы. Ул - Иглин районында.

Эш эҙләүселәргә уңайлы буласаҡЭш эҙләүселәргә уңайлы буласаҡ
Эш эҙләүселәргә уңайлы буласаҡ

Был яңыртылған мәшғүллек үҙәге - республикалағы 69 үҙәктең 52-сеһе. Учреждение "Кадрҙар" милли проекты буйынса модернизацияланған. Дизайны "Работа России" бренды стилендә башҡарылған.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бинала һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған, балалар зонаһы ла бар.

Яңы үҙәктә халыҡ та үҙенә кәрәкле ярҙамды ала аласаҡ, тигән өмөт ҙур.

Фото: Национальные проекты РФ

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас