Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар , 17:00

Балаһы эш боҙған, яуапты әсәһе бирәсәк

Өфөлә руль артындағы бала ҡулға алынған. Таныҡлыҡ юҡ, йөрөтә белмәй, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай, машина иҫәпкә ҡуйылмаған...  

Балаһы эш боҙған, яуапты әсәһе бирәсәк
Балаһы эш боҙған, яуапты әсәһе бирәсәк

Баш ҡаланың Вологодская урамында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бер машинаны туҡтатҡан. Тикшереү барышында водителдең таныҡлығы һәм идара итеү тәжрибәһе булмаған бала булыуы асыҡлана. Транспорт сараһы ла теркәлмәгән булған. Юл полицияһы үҫмерҙең әсәһен ваҡиға урынына саҡыра, уның алдында бәлиғ булмаған бала транспорттан сығарыла. Машина "штрафстоянка"ға оҙатыла.

Бала теркәлмәгән транспорт менән һәм таныҡлыҡһыҙ идара итеүҙә ғәйепләнә. Уны контролдә тотмаған өсөн әсә кешегә лә яуап бирергә тура киләсәк - был инцидент Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға тапшырылған.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас