Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Января , 12:30

Аталы-уллы янғында һәләк булғандар

Янғын сәбәбе - һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө, тиҙәр. Был хәл бөгөн төндә, Татарстандың Алабуға районында булған.  

Аталы-уллы янғында һәләк булғандарАталы-уллы янғында һәләк булғандар
Аталы-уллы янғында һәләк булғандар

Янғында аталы-уллы 65 һәм 42 йәшлек ирҙәр һәләк булған. Күршеләре әйтеүенсә, улар эсергә яратҡан һәм өйҙәрендә йыш ҡына тәмәке тартҡан. Ут сыҡҡанын күргән кешеләр 112 номерына шылтырата, әммә янһын һүндереүселәр килгәндә ул 66 квадрат метр майҙанлы йортто тулыһынса ялмап алған була.

Аҙаҡ асыҡланыуынса, йәш ир өйҙән документтарын, ҡайһы бер әйберҙәрен сығарған була. Аҙаҡ ул атаһын ҡотҡарыр өсөн ҡабат янған өйгә инә һәм үҙе лә һәләк була. Ҡотолорға бер мәл генә етмәгән күрәһең - мәйеттәр ишек төбөндә табыла.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас