Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Января , 20:13

Мораҙым тарлауығынан туристар өҙөлмәй

Бөгөн генә унда йөҙҙән ашыу кеше килгән. Зубр күрергә теләүселәрҙе һауа торошоноң насар булыуы ла туҡтата алмаған.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Мораҙым тарлауығынан туристар өҙөлмәйМораҙым тарлауығынан туристар өҙөлмәй
Мораҙым тарлауығынан туристар өҙөлмәй

«Мураҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы Башҡортостанда йыл әйләнәһенә иң популяр туристик йүнәлештәрҙең береһе булыуын раҫлай, был - «Экологик именлек» милли проекты маҡсаттары менән туранан-тура бәйләнгән.

Данлыҡлы ҡаяларҙан, мәмерйәләрҙән һәм Оло Эйек йылғаһынан тыш, 2023 йылдан алып туристарҙы Европаның иң ҙур һөтимәрҙәрен — зубрҙарҙы күреү мөмкинлеге лә йәлеп итә.

- Зубрҙы күрергә теләгән туристар ағымы тотороҡло арта, ҡунаҡтарҙың географияһы ла һиҙелерлек киңәйҙе, - ти парктың экология белгесе Гөлназ Туймөхәмәтова. - Элек беҙгә башлыса мәмерйә яратыусылар килһә, хәҙер балалар, ғаиләләр тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу күрәбеҙ. Башҡортостандан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан да туристар килә.

Төбәктә зубрҙарҙың тарихи популяцияһын тергеҙеү программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырыла.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова