Уҡыу семинарҙарын Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы "Берҙәм электрон сауҙа платформаһы" акционерҙар йәмғиәте менән берлектә ойошторҙо.
- Министрлыҡ өс йыл инде Росэлторг майҙансығы менән ер участкалары һәм дәүләт милке һатыу үткәреүҙә хеҙмәттәшлек итә. Ошо ваҡыт эсендә барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү, белгестәрҙең мөрәжәғәтенә реаль ваҡытта ярҙам итеү, техник проблемаларҙы хәл итеү механизмы булдырылды. Уҡытыу программаһы иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп төҙөлдө, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Уҡыу барышында Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына индерелгән төп үҙгәрештәр, мөлкәт һәм ер аукциондары үткәреү үҙенсәлектәре, шулай уҡ электрон формала эшләү мөмкинлектәре ентекле яҡтыртылды.