Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Января , 17:30

Һүҙ – Йылҡы йылы хужаларына

Зилә ҒӘЛЛӘМОВА, шағирә, журналист, Яҙыусылар союзы ағзаһы: – 2025 йыл минең өсөн ауыр кисерештәргә бай булды. Йөрәктәрҙе өҙөп, барлыҡ туғандарҙы ҡайғыға һалып, ике ҡустыбыҙ МХО-ла һәләк булды. Апрель айына тиклем бик көсөргәнешле тойғолар булды. Учалыға ҡайтып, әсәйемә, ағайыма ҡорбан салдырҙым һәм яңынан журналистикаға ҡайтырға, тигән уйға килдем. Эшемдән ризамын. Балалар өсөн ең һыҙғанып эшләйем, яуҙа ҡатнашҡан һәм һәләк булған батырҙарыбыҙҙың тураһында яҙам. Алдағы пландарымда улар тураһында яҙылған хәтирәләрҙе туплап, китап итеп сығарырға һәм пьесамды тамамлап, сәхнәләштереү...  

Добавить в предпочтительные источники Google
Һүҙ – Йылҡы йылы хужаларынаҺүҙ – Йылҡы йылы хужаларына
Һүҙ – Йылҡы йылы хужаларына

Зилә ҒӘЛЛӘМОВА, шағирә, журналист, Яҙыусылар союзы ағзаһы:

– 2025 йыл минең өсөн ауыр кисерештәргә бай булды. Йөрәктәрҙе өҙөп, барлыҡ туғандарҙы ҡайғыға һалып, ике ҡустыбыҙ МХО-ла һәләк булды. Апрель айына тиклем бик көсөргәнешле тойғолар булды. Учалыға ҡайтып, әсәйемә, ағайыма ҡорбан салдырҙым һәм яңынан журналистикаға ҡайтырға, тигән уйға килдем. Эшемдән ризамын. Балалар өсөн ең һыҙғанып эшләйем, яуҙа ҡатнашҡан һәм һәләк булған батырҙарыбыҙҙың тураһында яҙам. Алдағы пландарымда улар тураһында яҙылған хәтирәләрҙе туплап, китап итеп сығарырға һәм пьесамды тамамлап, сәхнәләштереү.

Яңы йылды тырышып, бар көсөмдө һалып, һағыштарымды еңеп, яҡшы кәйеф булдырып  ҡаршыланым. Сөнки, тормош дауам итә һәм улым Арыҫландың бала сағы матур иҫтәлектәргә бай булырға тейеш, тип уйланым. Минең стрестар, шәхси юҡһыныуҙар уның бала сағына йоғонто яһарға тейеш түгел. Яңы йыл теләктәре ҡабул булһын өсөн бала саҡтан таҙа тәнгә  яңы әйбер кейергә тигән ырым бар ине, шул традицияны әле лә дауам итәм,  улыма ла өйрәтәм.

Йондоҙнәмәгә артыҡ ышанмаһам да, ат йылында тыуғас, быйылғы йылды ҡыҙыл күлдәк кейеп ҡаршы алдым, атлы бүләктәр алдым. “Ат дағаһы” салатын әҙерләнем. Быныһы инде минең ат йылынан яҡшы һөҙөмтәләр көтөүемдең, хыялдарымдың  бер шауҡымылыр, тип уйлайым. Ат йылында тыуған кешеләр эшсән, тоғро һәм дөрөҫлөк ярата, тиҙәр.  Ышанам – тормош бындай һыҙаттарҙы миңә үҙе һеңдерҙе. Шулай уҡ аттар бик матур итеп донъя көтә белә кеүек, күп кенә дуҫтарымдың тормошонан алып әйтәм.

Яңы йылда барлыҡ дуҫтарыма, милләттәштәремә ғаилә именлеге теләйем. Ил ни күрә шуны күреп йәшәгән халҡыма , тиҙерәк һуғыш бөтөп яҡындарының иҫән-аман ҡайтыуы насип булһын. Шулай уҡ, ат йылы муллыҡ, һаулыҡ һәм бәрәкәтле тормош юллаһын.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова