

Роберт РӘХИМОВ, йырсы, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры артисы:
– Бала сағым дөйөм ятаҡҡа тартым баракта үтте. Бәләкәй генә бүлмәлә йәшәһәк тә, шул тиклем күңелле була торғайны. Ете бүлмәгә бер дөйөм кухня, аш-һыу әҙерләрә сират йыйылып китә. Шау-шыу, шуға ҡарамаҫтан һәр беребеҙҙән кеше өҙөлмәй. Ҡунаҡ саҡырырға яраттыҡ. 6-сы класта уҡып йөрөгән мәлдә Яңы йыл байрамына ҡунаҡтар саҡырҙыҡ. Тик ниңәлер бер кем дә килмәне. Оло табын артында өсәүләп кенә ултырҙыҡ. Миндә байрам кәйефе ҡалманы, аҙаҡ бөтөнләй күңелем төшөп, илап-илап йоҡлап ҡалдым. Дөйөм ятаҡта йәшәүҙең бер генә кире яғы булды – Ҡыш бабай барлығына ышанманым. Бөтә балаларҙы йыйып, Шыршы байрамы ойошторалар. Күрше апай менән ағай Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булып, беҙҙе уйната, йырлата, күстәнәс бирә, бүләк тарата. Ә мин бит йырсы, ишетеү һәләте бала саҡтан һәйбәт булды – нисек кенә һәбәт уйнарға тырышһалар ҙа, тәүге йылда уҡ уларҙы тауыштарынан таныным. Әлбиттә, был серҙе сисеп, башҡа балаларҙың кәйефен төшөрөп торманым, шулай ҙа әсәйгә әйтеп ҡуйҙым (көлә – авт.)
Яңы йыл беҙҙең ғаилә өсөн үтә лә мәшәҡәтле мәл. Сөнки, ғаиләләге өс малай ҙа – Рим, мин, Ринат опера һәм балет театрында эшләйбеҙ. Байрам алдынан әкиәттәр марафоны башлана, 10 – 15 көн дауамында көн һайын кескәй тамашасыларға 2 – 3 спектакль уйнайбыҙ. Ҡайһы саҡта үҙ балаларыбыҙға ла ваҡыт етмәй китә (ә улар беҙҙә күп – өсөбөҙгә алты ҡыҙ һәм өс малай үҫтерәбеҙ). Бар мәшәҡәттәр ҙә ҡатындарыбыҙ иңенә төшә. Быйылғы үҙ йылымды ла бик ҡыҙыҡ ҡаршы алырға тура килде. Беҙ Жуково ауылында йәшәйбеҙ, әсәйемдәрҙе, туғандарымды ҡунаҡҡа сыҡырып, табын артына йыйылыша ғына башлағайныҡ, утты һүндерҙеләр. Артыҡ кәйеф төшөрмәнек: ризыҡтар әҙер ине, шәмдәр ҙә табылды. Тик бер аҙ өй һыуынып китмәһә ярар ине, тип борсолоштоҡ. Йылды матур ҡаршыланыҡ – туғандар менән йыйылышып алыу үҙе һәйбәт, сауаплы эш бит.
Беҙ ғаиләбеҙ менән йәй айҙарында Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына сәйәхәт итергә яратабыҙ. 2025 йылда ла йәйге ялдар башланыу менән автосәйәхәткә сығып киттек. Был юлы Рәсәйебеҙҙең иң көньяҡ нөктәһе – Дербент ҡалаһына юлландыҡ. Мәшһүр Нарын-ҡаланы байҡаныҡ, Каспий диңгеҙендә һыу төштөк. Был ялыбыҙ беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым. Киләсәккә лә позитив уйҙар менән ҡарайым, теләгән теләктәребеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем. Илебеҙгә тыныслыҡ килеп, ҡалған ғүмерҙәрҙе һаулыҡ, теүәллек менән үткәрергә яҙһын!