Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар , 15:30

Һүҙ – Йылҡы йылы хужаларына

Зифа ДӘҮЛӘТБАЕВА, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры: – Бәләкәй саҡта Ҡыш бабайға барыһы ла ышаналыр, тип уйлайым. Шыршы өй түренә килеп ултырыу менән, күмәкләшеп биҙәй башлай инек, уйынсыҡтар менән бергә алма, кәнфиттәр ҙә шыршыға ҡунаҡлай. Ҡар бөртөктәре киҫеп, тәҙрәләрҙе биҙәйбеҙ, сынйыр, фонарҙар эшләп ҡуябыҙ. Хатта бер йылы апайым менән бергә бер стенаны тултырып, гуашь менән балаҫта осоп килгән Ҡыш бабайҙы ла эшләп ҡуйғайныҡ...  

Һүҙ – Йылҡы йылы хужаларына
Һүҙ – Йылҡы йылы хужаларына

Зифа ДӘҮЛӘТБАЕВА, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры:

– Бәләкәй саҡта Ҡыш бабайға барыһы ла ышаналыр, тип уйлайым. Шыршы өй түренә килеп ултырыу менән, күмәкләшеп биҙәй башлай инек, уйынсыҡтар менән бергә алма, кәнфиттәр ҙә шыршыға ҡунаҡлай. Ҡар бөртөктәре киҫеп, тәҙрәләрҙе биҙәйбеҙ, сынйыр, фонарҙар эшләп ҡуябыҙ. Хатта бер йылы апайым менән бергә бер стенаны тултырып, гуашь менән балаҫта осоп килгән Ҡыш бабайҙы ла эшләп ҡуйғайныҡ. Кирбес йортта стена аҡ төҫтә булғас, рәхәтләнеп һүрәт төшөрҙөк. Ләкин Ҡыш бабайға бүләк һорап хат яҙыу булманы – тәм-том менән кулек эләкһә, оло бәхет! Мәктәптә үткән Шыршы байрамында яҡшы уҡыған өсөн китап бүләк итәләр.ю Уҡырға яратҡан кеше булараҡ, минең өсөн иң ҙур бүләк ине ул. Унан ҡала ул байрамдарҙы йыш ҡына Ҡарһылыу була торғайным, ә бына театрҙа ул ролде уйнарға тура килмәне.

Һәр йылды ҡаршы алырға етди әҙерләнәм. Әҙерлек ул – яҡын кешеләремә, дуҫ-туғандарға бүләктәр, күстәнәстәр алып таратам, өйҙө ныҡлы йыйып-йыуып сығарам, иҫке әйберҙәрҙән арынам, шыршы ултыртып, уны биҙәйбеҙ. Спектаклдәр араһында аҙыҡ-түлек алып, табынға ризыҡтар әҙерләйем.Ҡыҫҡаһы, күңелле мәшәҡәттәр менән ваҡыт үтә лә китә. Быйыл минең йыл – 60 йылға бер килә торған Утлы йылҡы йылына аяҡ баҫтыҡ. Уға ингәндә күңелемдә тик бер генә изге теләк булды – һуғыш бөтөп, донъяға тыныслыҡ килһен! Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ тыныс күк аҫтында ғүмер итһен, киләсәктәре яҡты, ышаныслы булһын. Барлыҡ хәсрәттәр үткән йылда тороп ҡалһын да, барыбыҙға ла татыу, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас