Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Января , 07:30

Һүҙ – Йылҡы йылы хужаларына

Урал АТАНБАЕВ, Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры актеры: – Яңы йыл тылсымы, бүләктәре, күстәнәстәре менән бала саҡ байрамы кеүек тойолһа ла, минең өсөн 2017 йылды ҡаршы алған байрам иң-иң иҫтәлеклеһе булғандыр. Ҡәҙимге үҫмерлек осоронан сығып, егет ҡорона аяҡ баҫҡан мәл. Сибай сәнғәт колледжының тәүге курсында уҡып йөрөйөм...  

Һүҙ – Йылҡы йылы хужаларынаҺүҙ – Йылҡы йылы хужаларына
Һүҙ – Йылҡы йылы хужаларына

Урал АТАНБАЕВ, Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры актеры:

– Яңы йыл тылсымы, бүләктәре, күстәнәстәре менән бала саҡ байрамы кеүек тойолһа ла, минең өсөн 2017 йылды ҡаршы алған байрам иң-иң иҫтәлеклеһе булғандыр. Ҡәҙимге үҫмерлек осоронан сығып, егет ҡорона аяҡ баҫҡан мәл. Сибай сәнғәт колледжының тәүге курсында уҡып йөрөйөм. Тәүге тапҡыр атай-әсәй янынан сығып китеүем ине, һағындырҙы. Үҙемсә степендия аҡсама күстәнәстәр алып, ашҡынып ҡайтып инеүем, уларҙы нисектер йөрәкһенеп ҡосаҡлап алып, байрам менән ҡотлауым һаман да иҫемдә. Бер уйлап ҡараһаң, хәҙер Йылайыр районының Матрай ауылы Сибайҙан һә, тигәнсе ҡайтып етер ер кеүек күренә. Ә ул саҡта үҙемде ер сигенә киткәндәй тоя инем.

2025 йыл минең өсөн шуныһы менән иҫтәлекле булды: әрме сафын үтеп, ил алдындағы бурысымды үтәп апрель айында тыуған яҡтарыма ҡайттым. Һәм 2020 йылдан бирле эшләгән тыуған театрыма, “Сулпан”ға килеп, ижад юлымды дауам итәм. Хеҙмәттәштәрем шатланып, ихлас күңел менән ҡаршы алды һәм ҡайтыу менән ролдәр биреп, тиҙ генә эш режимына индереп тә ебәрҙеләр. Театрыма рәхмәтлемен. Шуға ла үҙ йылымды ижади хыялдар, өмөттәр һәм яҡшы кәйеф менән ҡаршы алдым. Киләсәктә үҙемдең талантым менән сәхнәне балҡытып, кескәй тамашасыларҙы сәнғәткә ылыҡтырып, рәхәтләнеп яңы ролдәр өҫтөндә эшләргә ниәтләйем. Ә Яңы йылда теләгән теләктәр мотлаҡ тормошҡа аша, мин быға ышанам. Шуға күрә үҙемә лә, дуҫ-туғандарыма ла, башлыҡ Башҡортостан халҡына ла тик изге, матур теләктәремде юллайым!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас