

Римма АРЫҪЛАНОВА, шағирә, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре:
– 2025 – уҫалда, аҡыллы ла Йылан йылы, тормошомдағы ысын ҡиммәттәрҙе асып бирҙе. Яҡын кешеләремде юғалтыу ғүмерҙең һәр минутын ҡәҙерләргә өйрәтте, рухи яҡтан нығытты, һаулыҡтан да оло бәхет юҡ икәнлеген раҫланы. Шуға ҡулыма етәкселек шифаханаға сертификат тотторғас,ҡыуанып бөтә алманым. Һис шикһеҙ был 2025 йылдың төп ваҡиғаһы булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән 2025 йылда бер мең уҡытыусыға шифаханала дауаланыу өсөн шарттар булдырылды. Шул береһе булараҡ, ойоштороусыларға оло рәхмәтемде белдерәм.
Йондоҙнамәгә ышанмайым, тип әйтһәм дөрөҫ булыр. Миңә ҡалһа ул кешене психологик көйләүҙең бер формаһы. Һәр беребеҙ үҙаллы бер донъя, холоҡ-фиғеле, ғәҙәте, әйләнә-тирәгә мөнәсәбәте һәр кемдең үҙенсә. Мәҫәлән, беҙ класта 32 ике бала инек, 60 йылға бер килә торған Утлы ат йылында тыуғанбыҙ. Класташтарыма ҡарайым – төрлөһө бар. Тик бер хәҡиҡәтте кире ҡағып булмай: бөтәһе лә тырышып, егелеп тормош йөгөн тарта, эшкә уңғандар, үрәпсеп тормаһалар ҙа, һис туҡтамай юрттырып 60- тарына еләләр. Бөтәһендә лә бер девиз: “Эшләргә, эшләргә, эшләргә!” Шулай ҙа үҙ йылыма өмөттәр ҙур. Иң ҙур хыял һәм теләк – илебеҙгә тыныслыҡ килһен! Байрам менән!
Аҡҡош мамығынан түшәктә
Ҡыш бәүетә ерҙе бишектә.
Өйөп-өйөп тау-тау теләктәр
Яңы йылым көтә ишектә.
Уң аяғың менән, өр -яңы йыл!
Өмөт менән бағам, уҙ түргә!
Тик сафлыҡтан торған һил миҙгелем,
Тыныслыҡ бир яулы ил-ергә!