Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Января , 18:00

Яҡшы холоҡҡа эйә булыуҙың ун билдәһе

1. Бәхәс һәм ыҙғыштан алыҫ тороу. Пәйғәмбәр Мөхәммәт (Аллаһының сәләме һәм рәхмәте булһын уға) әйтте: "Кем бәхәстән баш тарта, хатта хаҡ булған булһа ла, мин уға Йәннәттә йорт вәғәҙә итәм..."  

Яҡшы холоҡҡа эйә булыуҙың ун билдәһеЯҡшы холоҡҡа эйә булыуҙың ун билдәһе
Яҡшы холоҡҡа эйә булыуҙың ун билдәһе

2.Иғтибар менән тыңлай белеү. Аллаһ Илсеһе (Аллаһының сәләме һәм рәхмәте булһын уға) һөйләшеүсене һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлаған, хатта балаларҙы ла. Иғтибарлы булыу, кешеләр араһында ихтирамды арттыра һәм мөнәсәбәттәрҙе яҡшырта.

3. Башҡаларҙа кәмселектәр эҙләмәү. Хәҙистә былай тип әйтелә: "Кешеләр тураһында насар уйҙарҙан һаҡланығыҙ, сөнки насар уйҙар — иң ялған һүҙ! Башҡаларҙа кәмселектәр эҙләмәгеҙ".

4. Яҡындарыңдың хаталарына түҙемле булыу. Аллаһ Илсеһе (Аллаһының сәләме һәм рәхмәте булһын уға) әйтте: "Кем мосолмандың хатаһын йәшерһә, Аллаһ уның кәмселектәрен был донъяла ла, теге донъяла ла йәшерер".

5. Ғәфү итер өсөн сәбәп табыу. Ғүмәр ибн Хаттаб әйткән: "Мосолман ҡәрҙәшеңдең һүҙҙәренә мөмкин тиклем яҡшы мәғәнә бир, яҡшыға юра".

6. Тирә-яҡтағыларға ҡарата сабырлыҡ күрһәтеү. Хәҙистә әйтелә: "Сабырлыҡ күрһәтеүсе кешегә Аллаһ сабырлыҡ бирә, Аллаһтың иң яҡшы бүләге — сабырлыҡ".

7.Үҙеңдең хаталарыңды күреү. "Әгәр һин йәшерен ғәмәлдәреңде төҙәтһәң, һуңынан Аллаһ тышҡы эштәреңде лә төҙәтә".

8. Башҡаларҙы ғәйепләмәү. Бер ғалим былай тигән: "Нимәлер дөрөҫ булмаһа, иң еңеле — кемделер ғәйепләү. Әммә иҫеңдә тот: кеше ни тиклем яҡшыраҡ булһа — ул үҙен күберәк ғәйепләй, башҡаларҙы түгел".

9. Ололарға һәм кеселәргә яҡшы мөнәсәбәттә булыу. Пәйғәмбәр (Аллаһының сәләме һәм рәхмәте булһын уға) әйтте: "Кем кеселәргә мәрхәмәтле булмаһа, һәм ололарҙы ихтирам итмәһә — ул беҙекеләрҙән түгел".

10. Холоҡ-фиғелеңде даими камиллаштырыуға ынтылыу.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас