Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар , 10:00

Таланттарҙы тупланы "Биҙәктәр"

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте береһенән береһе талантлыраҡ ете яҙыусының ижадын бер йыйынтыҡта тәҡдим итте.  

Таланттарҙы тупланы "Биҙәктәр"
Таланттарҙы тупланы "Биҙәктәр"

"Биҙәктәр" - ысынлап ла әҙәбиәтебеҙҙең сағыу биҙәге булған тупланма ул. Нимәһе ҡыуаныслы - ундағы авторҙарҙың барыһы ла "Йәшлек" гәзитенең тоғро дуҫы. Хикәйәләре беҙҙә даими баҫылып тора. Сәлиә Ғатауллина ("Балан балланды, балам"), Миләүшә Ғәйфуллина ("Көҙҙәрҙең дә була үҙ наҙы"), Хәлисә Мөҙәрисова ("Яр"), Миңзәлә Хәлилова ("Һуңлап килгән бәхет"), Хәлиҙә Чемборисова ("Төштәреңдә генә килермен"), Харис Шәрипов ("Иртәнге автобус") һәм Римма Әхмәтйәнова ("Әсәйем, әсәкәйем") - уларҙың повесть-хикәйәләре һәр кемдең күңеленә хуш киләсәк.

Йыйынтыҡты "Китап" нәшриәте магазинынан алырға була.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас