Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар , 08:23

"Һөт кухняһы" йылдан йыл үҫешә

Башҡортостандың "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы ойошмаһы былтыр 3268 тонна һөт эшкәртеп, 2585 тонна әҙер продукция етештергән.  

"Һөт кухняһы" йылдан йыл үҫешә"Һөт кухняһы" йылдан йыл үҫешә
"Һөт кухняһы" йылдан йыл үҫешә
- Үткән йыл "Һөт кухняһы" өсөн әүҙем үҫеш һәм социаль миссияны нығытыу осоро булды. Беҙ льготалар бирергә дәүләт бурысын үтәп кенә ҡалманыҡ, сервисты һиҙелерлек модернизацияланыҡ, сауҙа үҙәктәрендә туғыҙ заманса таратыу пункттары астыҡ. Был продукция алыуҙы уңайлыраҡ итте, - тип билдәләне Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров.
 

Республикала йәшәүсе 20,8 мең кешене, шул иҫәптән мең ярымдын ашыу МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһен бушлай махсуслаштырылған продукция менән тәьмин итеү - учреждениеның төп социаль ҡаҙанышы булды. Бынан тыш, 2025 йылда "Һөт кухняһы" үҙенең продукция ассортиментын киңәйтте, балалар ғына түгел, ғаиләнең бөтә ағзаларының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер өсөн 12 яңы продукция өҫтәне.

2026 йылда ойошма таратыу пункттарын сауҙа үҙәктәренә күсереүҙе дауам итергә, Үрге Ҡыйғы ауылындағы етештереү цехы ҡоролмаларын яңыртырға, шулай уҡ ҡымыҙ етештерә башларға планлаштыра.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас