

Муттар Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 25 йәшлек ҡатынды алдаған. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ул интернет селтәренә балалар коляскаһы һатыу тураһында иғлан ҡуя. Бер аҙҙан "һатып алыусылар" шылтырата һәм килтереп биреү (доставка) хеҙмәте өсөн һылтанма ебәреүҙәрен әйтә. Ҡатын уның буйынса банк картаһы һандарын яҙа һәм алты мең һум аҡсаһы юҡҡа сыға. Әлдә иҫәбендә ҙур сумма аҡса булмай, юғиһә юғалтыуҙар күберәк булыр ине.