

Әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше башланған. Район хакимиәте башлығы Роберт Искәндәров фажиғәгә бәйле балаларҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты:
- Ғаиләләргә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары хәлдең барлыҡ шарттарын асыҡлау буйынса тикшереү үткәрә. Тау шыуыу ул урында рөхсәт ителмәгән ине. Ә канализация соҡоро коммерция ойошмаһының балансында тора. Муниципалитет биләмәһен тикшереп сығырға бурыс ҡуйҙым. Бындай ташландыҡ конструкцияларҙың барыһы ла кисекмәҫтән юҡ ителергә йәки изоляцияланырға тейеш, - тине ул.