

1,5 стакан кефирға йәки әсегән һөткә 1 йомортҡа, 3 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, яртышар балғалаҡ сода менән тоҙ һалып туҡырға. Артабан аҙ-аҙлап он һала-һала (дөйөм күләме 2-3 стакан) йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Уны ярты сәғәт тирәһе ултыртып, ял иттереп алығыҙ.
Ҡамырҙы 1 см ҡалынлыҡта йәйеп, үҙегеҙгә оҡшаған формала ҡырҡырға һәм ике яҡлап үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Әҙер ҡабатмаларҙың артыҡ майы аҡһын өсөн уларҙы ҡағыҙ салфеткалар өҫтөнә һалып торорға кәңәш итәләр. Табынға бирер алдынан өҫтөнә шәкәр онтағы һибергә.