Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар , 17:18

Хеҙмәттәшебеҙ яугирҙарға бүләк тапшырҙы

Яҙыусы, журналист Ниязбай Сәлимов күптән түгел "Бәхетстан" китабы өсөн Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. 

Хеҙмәттәшебеҙ яугирҙарға бүләк тапшырҙы
Хеҙмәттәшебеҙ яугирҙарға бүләк тапшырҙы

Лауреат әйтеүенсә, яҡташ һалдаттарға, ҡышҡы һыуыҡта йылынырға ярҙам итер өсөн бензопила һатып алырға ниәтләгән. Кисә ул үҙенең премия аҡсаһына һатып алынған бүләген тыуған яғы - Ғафури районының Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына тапшырҙы.
"Бәләкәй генә, әммә һалдаттарыбыҙ өсөн бик кәрәкле был техника ниндәйҙер кимәлдә Еңеү көнөн яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанам", - тине яҙыусы Нияз Сәлимов.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас