Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар , 06:30

Аллаһ үҙе һаҡлаһын!

Кисә ҡоторған буран ғүмерҙәрҙе өҙҙө... Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә әллә күпме юл-транспорт ваҡиғалары теркәлде.  

Аллаһ үҙе һаҡлаһын!Аллаһ үҙе һаҡлаһын!
Аллаһ үҙе һаҡлаһын!

Татарстандағы М-12 федераль трассаһы үлем тоҙағына әйләнде: көслө ҡар бурандары үлем осраҡлы ҙур аварияға килтерҙе. Бер нисә автомобиль һәм йөк машинаһы ҡатнашлығындағы сылбырлы бәрелештә дүрт кеше һәләк булған, тағы ла өсәүһенең ауыр йәрәхәтләнеп дауаханаға эләгеүе билдәле.

Авария Урта Кирмән ауылы эргәһендәге юл киҫелешендә булған. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бәрелештә яҡынса һигеҙ автомобиль ҡатнашҡан, шул иҫәптән ваҡиға урынына килгән ашығыс ярҙам хеҙмәте машиналары ла.

Юлдарға сыҡҡанда һаҡ булығыҙ, һауа торошон ҡарағыҙ!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас