Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ғинуар , 11:00

Афарин, спорт һөйгән әбйәлилдәр!

Районда көн һайын ярыштар үтә. Кисә "Батыр" физкультура-һауыҡтырыу комплексында район башлығы кубогына баскетбол буйынса турнир үтте.  

Афарин, спорт һөйгән әбйәлилдәр!Афарин, спорт һөйгән әбйәлилдәр!
Афарин, спорт һөйгән әбйәлилдәр!

Чемпионат спорт декадаһы сиктәрендә ойошторолдо һәм унда ете команда көс һынашты. Көсөргәнешле ярыштар һөҙөмтәһендә "Олимп" командаһы (Әбйәлил районы) еңеү яуланы. "Амигос" ( Магнитогорск) командаһы 2-се урын алһа, "АНАС СТАРС" (Әбйәлил) өсөнсөлөктә билдәләнде.
Айгиз Байғәлин ("Олимп") - "Иң яҡшы уйынсы", Эльмир Сафиуллин ("АНАС СТАРС») - "Иң яҡшы бомбардир", Никита Пудовкин ("Амигос") "Иң яҡшы һаҡсы" тип билдәләнде.

Командаларға Маҡтау хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас