Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Января , 14:00

Яңы йыл табынының салаттарын ашап бөттөгөҙмө?

Бөтһәгеҙ, яңыһын эшләйек. Тәмле лә, еңел әҙерләнеүе лә уңайлы...  

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы йыл табынының салаттарын ашап бөттөгөҙмө?Яңы йыл табынының салаттарын ашап бөттөгөҙмө?
Яңы йыл табынының салаттарын ашап бөттөгөҙмө?

"Кармен" салаты

Ул ҡатлап әҙерләнә.

1-се ҡат - 200 г тауыҡтың түш итен шаҡмаҡлап турарға ла, тәмләткес һибеп, үҫемлек майында әҙер булғансы ҡыҙҙырырға. Әгәр ҡабалан булһа, бешкән ит тә ярай.

2-се ҡат: 150 г ветчинаны һаламлап турарға

3-сө ҡат: 250 г помидорҙы турарға.

4-се ҡат: махсус соус (200 г майонезға 15 г аджика һәм 2 бүлкәт иҙелгән һарымһаҡ һалып бутарға) һыларға.

Табынға бирер алдынан ғына салат өҫтөнә 100 г бәшмәк тәме менән сохари һибергә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова