Республиканың барлыҡ театрҙары кескәйҙәрҙең ялын файҙалы, матур ойоштороу һәм байрам тылсымын тағы ла арттырыу өсөн матур-матур тамашалар ҡуя. Әкиәтле Яңы йыл марафоны Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ла дауам итә.
Улар балалар өсөн махсус рәүештә байрам алдынан ғына Виктория Шербакованың “Беатрис Потерҙың тылсымлы әкиәттәре” спектаклен сығарҙы.
Әкиәтте сығарыу өсөн күп көс түгелгән. Беренсенән, бер үк артистар спектакль барышында үҙҙәре лә сәхнәлә уйнай, шул уҡ ваҡытта ҡурсаҡтарҙы ла йөрөтә. Икенсенән, сәхнә (шаршау тип әйтәйек) өс өлөшкә бүленеп, ваҡиғалар төрлө бейеклектә бара. Берсә үрелеп, берсә эйелеп ҡурсаҡ йөрөтөүсе артистарға ниндәй физик көсөргәнеш төшкәнен күҙ алдына килтерергә булалыр. Уларҙың хеҙмәте, оҫталығы һәм тырышлығы менән иҫ киткес сағыу,ҡыҙыҡлы тамаша кескәйҙәр өсөн әҙерләнде лә инде. “Беатрис Потерҙың тылсымлы әкиәттәре”н ҡурсаҡ театрында 9 ғинуарға тиклем көн һайын 2 – 3 тапҡыр уйнала. Улай ғына ла түгел, кескәй тамашасылар өсөн Шыршы тирәләй байрам ойошторола, унда мотлаҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа ҡатнашасаҡ. Ҡурсаҡ театры байрам кәйефе артынан балаларҙы ла, ололары ла үҙенә саҡыра!