Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар , 18:30

Мәғәфиә инәй Маликова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Уны тыуған көнө һәм Яңы йыл байрамы менән Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин тәбрикләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.  

Мәғәфиә инәй Маликова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләнеМәғәфиә инәй Маликова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне
Мәғәфиә инәй Маликова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Мәғәфиә инәй Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. Үҙ иңдәрендә һуғыш ауырлыҡтарын кисергән: башта йәш ҡыҙҙы Ленинградҡа торф тейәүгә ебәрәләр, артабан ул Свердловск ҡалаһында эшләгән. Шул ҡалала буласаҡ тормош иптәше, Бөрйән районы егете Йосоп менән таныша. 1954 йылда ғаилә иренең тыуған яғына ҡайтып төпләнә.

Яҙмыштарына шулай яҙғандыр, уларҙың балалары булмай. Ире вафат булғас, Мәғәфиә Нәбиулла ҡыҙын туғандары Миәкә районына алып ҡайта. Тик инәй парлы ғүмере үткән йортон һағына. Шул саҡта уны ауылдаштары — Байназаровтар ғаиләһе үҙ ҡарамағына ала. Улар инәйҙең йортон үҙҙәренең өйө янына күсереп, тормош өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙыра.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас