Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Января , 09:30

Ихласлыҡ менән ҡылған доға

Ризаитдин Фәхретдин яҙмаларынан аңлатма: "Доға ҡылғанда иң кәрәкле нәмә - күңелең ихлас булыу һәм бөтөн барлыҡ менән Аллаһы Тәғәләгә түбәнселек ҡылыу...  

Ихласлыҡ менән ҡылған доғаИхласлыҡ менән ҡылған доға
Ихласлыҡ менән ҡылған доға

Күңел ихлас булһа һәм ҡабул булыуына шик булмаһа, доға, теләһә ниндәй ваҡытта һәм теләһә ниндәй телдә булһын, ҡабул буласаҡ һәм һөҙөмтәһе күреләсәк. Ихластан ҡылынған доғалар, Ҡөрьән, намаҙ уҡыу, зикер-тәсбих менән шөғөлләнеү кеүек ғибәҙәттәрҙән донъяла ниндәйҙер һөҙөмтә күрелмәһә лә, ахирәттә булырға мөмкин. Шуның өсөн, ихласлыҡ менән доға ҡылырға һәм ҡабул булырынан өмөт өҙмәҫкә кәрәк. Аллаһ әйткән: "Минән һорар булһа, Мин, әлбиттә, уға яҡынмын, һорағанын бирермен. Әммә һораусылар Миңә ышанһындар һәм бойһоноп ғәмәт ҡылһындар! Әгәр Мин әйткәнсә эш ҡылһалар, мотлаҡ туры юлды табырҙар".

Доға ҡылыуҙа иң әһәмиәтле шарттарҙың береһе - ашыҡмау һәм ялыҡмау, шулай уҡ Аллаһы Тәғәләнең ҡуйған тәртиптәренә ҡаршы эштәр хаҡында доға ҡылмау. Мәҫәлән, күктән алтын төшөүен, сәсмәнәе ерҙә ашлыҡ үҫеүен һорау тейешһеҙ эш кенә түгел, әҙәпһеҙлек тә. Доға, мөмкин ҡәҙәр шул һораған әйберҙе сәбәп иткәндән һуң ғына ҡылынырға тейешле..."

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас