

Өфөлә тәүге тапҡыр Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалим, публицист Рәшит Шәкүров стипендияһы тапшырылды.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙә уңыштар күрһәткән, яҡшы уҡыған вуз студенттарына тапшырыла был түләү. Быйыл стипендияға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Гөлназ Хоҙайбиргәнова, Алина Ғәлләмова һәм Ирина Шәмсетдинова лайыҡ булды.
Йәштәрҙе ҡайнар ҡотлайбыҙ!