1. Иммунитетты нығыта - уның составындағы С витамины организмға көс бирә.
2. Хөрмәлә тимер бар, ул анемия ваҡытында файҙалы.
3. Даими рәүештә ашау ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә.
4. Һейҙек ҡыуҙыра торған тәьҫире бар. Шул уҡ ваҡытта ул калий балансына зыян килтермәй.
5. Ҡартайыу процессын әкренәйтә - хөрмә антиоксиданттарға бай, улар иһә күҙәнәктәрҙе һаҡлай.
6. Составында бета-каротин һәм лютеин күп - улар күҙ сәләмәтлеге өсөн бик мөһим.
Ҡыҫҡаһы, емеш миҙгелен ҡулдан ысҡындырмағыҙ: көн һайын бер хөрмә ашағыҙ!