Рәйлә САБИТОВА, Яҙыусылар союзы ағзаһы:
– Минең өсөн Яңы йыл – ғаилә байрамы. Уны бер тапҡыр ғына өйҙә түгел, а дауаханала ҡаршы алырға тура килде. Ул да булһа бала табыу йортонда – 19 йыл элек 1 ғинуарҙа улым Кәрим тыуҙы. 2025 йылда ул уҡыуын тамамлап, диплом алды һәм әрме хеҙмәтенә юлланды. Шулай итеп мин үҙ йылымды яңы статуста – һалдат әсәһе булып ҡаршы алдым. Шулай уҡ Йылан йылының Бөтә эш-мәшәҡәттәр әлеге эш урыным – БР Милли әҙәбиәт музейы эшмәкәрлеге менән бәйле. Күп кенә саралар ойоштороуҙа ҡатнашып, өлкән яҙыусыларыбыз менән танышыу-аралашыу мөмкинлеге булды. Сәйәхәт яратам икән, Башҡортостандың иң матур түбәләренә менеү иҫ киткес тойғоларга күмде (Ғафури районының Мәмбәт ҡаяһы, Белорет районының кесе Ямантауы).
Беҙ – Йылҡылар бик тура, ғәҙеллек яратыусы, ҡойроҡ болғай белмәйбеҙ. Ҡайһы берҙә сығынлап та алабыҙ, унда инде күҙгә аҡ-ҡара күренмәй. Быйыл да кемдер егелеп йөк тартасаҡ, кемдер юрғалап алға сабасак. Йылҡы өсөн үҙ йылы ауырыраҡ килә торған. Уның ҡарауы башҡаларга һәр сак яҡшы, уңышлы була. Һәр ҡАтынга яуаплы һәм һөйөклө ир-Ат осраһын (һәм киреһенсә). Ғаилә арбаһын парлы тартырға булһын. Ҡолонсаҡтай уйнап йәшәргә яҙһын!