Зарина БАҒЫШАЕВА-НАЗЫРОВА, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, Яҙыусылар берлеге ағзаһы, шағирә:
– 2025 йыл минең өсөн иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Иң әһәмиәтлеләренең береһе – Өфөлә "Китап" магазинында "Әсәй ҡабыҙған йондоҙ" тигән өсөнсө шиғри йыйынтығымдың исем туйын гөрләтеп үткәреп ебәрҙек. Был сара – әсәйем Алмабикә Әғләм ҡыҙы һәм атайым - Урал Ғизелхаҡ улы Бағышаевтарҙың яҡты иҫтәлектәренә арналыуы менән дә күңелдә уйылып ҡалды. Күберәк уларға бағышлап яҙған шиғырҙарымды уҡыным. Өсөнсө йыйынтығымдан һуң, оҙаҡ та көттөрмәй, дүртенсеһен - "Барыһы ла һинең ҡулда!" исемле китабымды ҡулға алыу бәхете тейҙе. Унда минең 2003 йылдан алып быйылғаса ижад иткән шиғырҙарым тупланған. 2025 йыл тағы ла шул яғы менән күңелгә йыр булып инде: үҙемдең матур юбилейымды ноябрҙә тормош иптәшем Фазыл, ҡыҙҙарыбыҙ Гөлназ һәм Гөлнәзирә, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән бергә бик матур итеп үткәрҙек. Шундай ыңғай тәьҫораттар менән тамамланған 2025 йыл талғын ғына мине үҙем тыуған Йылҡы йылына илһам ҡанаттарында илтте.
Иң иҫтә ҡалған Яңы йыл байрамдары – ул тыуған яғымда, Йылайыр районының Һабыр ауылында ата-әсәйем янында ҡаршылағандары, тип әйтер инем. Улар менән байрам билмәне эшләп, шуны бешереп, йәмле табын әҙерләү үҙе бер күркәм ғаилә йолаһы ине. Тыуған йорт мөхите һәр ваҡыт күңелгә йылы биреп, ижадҡа илһам өҫтәй. Әле лә атай йорто хистәремә ҡанат ҡуя, тик ҡәҙерлеребеҙҙең беҙҙең аранан иртә китеүҙәре күңелдәрҙә яра булып һулҡылдай.
Был байрамға бәйле ниндәйҙер ырым-йолаларым юҡ, шулай ҙа һәр йылды яҡшы кәйефтә, иң яҡын кешеләр менән бергә ҡаршылау фарыз, тип уйлайым. Башҡортостан халҡын, “Йәшлек” уҡыусыларын Яңы йыл менән тәбрикләп, шиғри күстәнәсемде юллайым:
Санала елгән Ҡыш бабай
Урап сыға Ер шарын.
Бөтәбеҙгә бәхет теләп,
Һибеп китә аҡ ҡарын.
"Юлы һәр саҡ уң булһын!" – тип
Теләйбеҙ уға уңыш.
Һыуыҡтарҙан ҡурҡмайбыҙ,
Имен үтһен, тибеҙ, ҡыш.