Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар , 20:30

Әбйәлилдә - хоккей ярышы

Районда байрам көндәрен файҙалы һәм сәләмәт үтһен өсөн төрлө ярыштар ойошторола. Кисә Күсем һәм Ташбулат ауылдарының боҙ майҙансыҡтары хоккей һөйөүселәрҙе махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә үткәрелгән ярышҡа йыйҙы.  

Әбйәлилдә - хоккей ярышы
Әбйәлилдә - хоккей ярышы

Чемпион исеме өсөн Буранғол, Атауҙы, Асҡар, Ахай, Хәлил, Байым һәм Ташбулат ауылдарынан туғыҙ команда көс һынашты. Спортсылар Тыуған ил өсөн башын һалған батырҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Матчты башлап, беренсе шайбаны ырғытыуҙа МХО-ла һәләк булған яугир ҡатыны Әлфинур Латипова һәм мобилизация һалдатының улы Румил Әхтәмов ҡатнашты.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Ташбулат командаһы - беренсе, Буранғол командаһы - икенсе, Атауҙы командаһы өсөнсө урын яуланы.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас