Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ғинуар , 17:00

Бер төндә ике йорт янған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар бар. Ут менән һаҡ булығыҙ!

Бер төндә ике йорт янған
Бер төндә ике йорт янған

Өфө районының "Ромашка" һәм "Озерки" баҡсасылыҡ ширҡиәтенә ҡараған йорттарҙа янғын сығып, бар мөлкәтте юҡ иткән. Улай ғына ла түгел, ҡорбандар бар. Калиновая урамына ҡараған йорттағы янғында 64 йәшлек ҡатын үлгән, 67 йәшлек ир ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған, хәле ауыр тип билдәләнә. "Ромашка" ширҡиәтендәге янғында ла ике кеше зыян күргән.

Әлеге ваҡытта янғын урындарында тикшереү бара, янғын сәбәптәре асыҡлана. 

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас