Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Января , 08:00

Башҡортостан театрҙары уңышы

2026 йылда 32-се "Алтын битлек" Рәсәй милли театр премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Номинанттар исемлегенә илдең төрлө төбәктәренән 198 спектакль ингән. Башҡортостандың алты театры туғыҙ спектакль тәҡдим иткән.  

Башҡортостан театрҙары уңышыБашҡортостан театрҙары уңышы
Башҡортостан театрҙары уңышы

Конкурстың һайлап алыу йомғаҡтары буйынса Өфө дәүләт "Нур" татар театрының "Тау" спектакле - "Драма театры. Күләмле форма", Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының Михаил Булгаковтың "Йәш табип яҙмалары" хикәйәләр циклы буйынса ҡуйылған "Мысыр ҡараңғылығы" постановкаһы "Ҡурсаҡ театры" номинацияларына тәҡдим ителде.  Башҡорт дәүләт академия драма театрының "Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем" кинодрамаһы "Алтын битлек" премияһының Лонг исемлегенә инде.

2025 йылда Башҡортостан театрҙары "Алтын битлек" милли премияһын ете номинацияла яулап, рекорд ҡуйҙы. 

- Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының бер юлы ете "Алтын битлек" премияһына лайыҡ булыуы төбәк өсөн бығаса булмаған ҡаҙаныш булып тора, ул беҙҙең театрҙарҙың һөнәри оҫталығының юғары кимәлен, ижади ҡеүәтен күрһәтә. Иң яҡшы дирижер, рәссам һәм артист номинацияларындағы был еңеүҙәр заманса сәхнә ҡорамалдарына инвестициялар һалыу, билдәле режиссерҙарҙы саҡырыу, маҡсатлы кадрҙар әҙерләү программаларының туранан-тура һөҙөмтәһе булып тора, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова "Вести. Интерью" тапшырыуында йыл йомғаҡтарын яһағанда. Ул шулай уҡ "Ай йола" төркөмө феномены, Әрме мәҙәниәте көндәре һәм милли проекттар тураһында ла һөйләп үтте. - Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын лайыҡлы, матур итеп билдәләп үтеү мөһим ине һәм беҙ быға ирештек. Ә Әрме мәҙәниәте көндәрендә беҙҙең республика патриотик проекттың үҙәк майҙанына әүерелде. 2026 йылға ла оло эштәр планлаштырабыҙ. Ҙур проекттар араһынан Өфө дәүләт циркы бинаһын реконструкциялау, Рус дәүләт академия драма театрын яңыртыуға әҙерлекте һәм Бөтә донъя балалар фольклориядаһын үткәреүҙе билдәләр инем. Шулай уҡ Йәш тамашасылар театры бинаһы менән булған проблема ла хәл ителер, тип ышанам.

Әйткәндәй, Яңы йыл байрамы һәм оҙайлы ялдар ҙа республикала файҙалы һәм мәҙәниәтле итеп ойошторола. Район-ҡалаларҙа ойоштороласаҡ саралар, ярыштар исемлеге менән "Культурный мир Башҡортостана" порталында таныша алаһығыҙ.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас