

Башҡортостан китапханалары – еңеүсе!
Моделле муниципаль китапхана коллекцияларын формалаштырыу һәм пропагандалау буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙе билдәләү буйынса “Алтын кәштә – 2025” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды.
Конкурсҡа Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы нигеҙ һалған. Ойоштороусылар – Рәсәй Милли, Рәсәй дәүләт һәм Рәсәй дәүләт балалар китапханалары. Еңеүселәр араһында Башҡортостандың ике китапханаһы ла бар. Ауыл китапханалары араһында төп – "Йәмәғәт китапханаһының иң яҡшы моделле фонды" категорияһында Шишмә районының Кләш китапханаһы еңеү яуланы. Был китапхана шулай уҡ электрон ресурстарҙы файҙаланыу буйынса иң яҡшы инша өсөн махсус призға лайыҡ булды. Салауат ҡалаһының яңы быуын "Своя Химия" моделле үҙәк китапханаһы иһә "Китапханала йәнле киңлек булдырған өсөн” номинацияһында дәртләндереү дипломын алды.
Еңеүселәрҙе Санкт-Петербург ҡалаһында үткән XVI Бөтә Рәсәй “Һанлы быуатта китапхана коллекциялары: традицион һәм электрон ресурстар” ғилми-ғәмәли конференцияһында бүләкләйәсәктәр.