

Өс ир Долгое күленә балыҡ тоторға килгән. Кис етеүгә, улар "уңышлыраҡ" урын эҙләп, таралыша. Беҙ аҙҙан улар бер-береһен күҙ уңынан ысҡындыра, шулай ҙа аралашыу өсөн телефондар булғас, борсолмайҙар. Әммә бер мәл 50 йәшлек балыҡсының телефоны һүнә. Балыҡсылар бәйләнеш булмағас борсола башлай һәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата.
Ҡотҡарыусылар балыҡсыны тиҙ арала табып, дуҫтары янына алып киләләр. Бәхеткә күрә, уға медицина ярҙамы талап ителмәгән.